07:28 (UTC+5), 06 Февраля 2026

Радий Хәбиров Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләре менән осрашты

6 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Салауат районының Малаяҙ ауылында МХО-ла һәләк булған Айнур Ҡыуамов, Марсель Рамазанов, Руслан Сәфиуллин, Венер Ульданов, Азамат Харисов, Азат Фәрхетдиновтың ғаиләләре менән осрашты.

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

Республика етәксеһе һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ата-әсәләренең һәм хәләл ефеттәренең ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға генерал Шайморатов ордендарын тапшырҙы. Яҡташтарыбыҙ хәрби бурыстарын үтәгәндә күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң ошондай наградаға лайыҡ булды.

«Ир-егеттәребеҙ Тыуған иле өсөн ғүмерен бирҙе. Уларҙың һәр береһе үҙ бурысын аҙағынаса үтәне. Улар – ысын геройҙар, беҙҙең уртаҡ бурысыбыҙ – улар хаҡында хәтерҙе һаҡлау, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ ысын ир-егеттәр, илһөйәрҙәр, ватанды һаҡлаусылар тәрбиәләгәнһегеҙ. Улдарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт. Беҙҙең төп бурыс – уларҙы онотмау, уларҙың хәтерен мәңгеләштереү, ата-әсәләре, ғаиләләре һәм балалары тураһында даими хәстәрлек күреү. Махсус хәрби операция тамамланғас, һәләк булған яугирҙәребеҙ иҫтәлегенә Өфөлә мемориал ҡуйырбыҙ. Ваҡыты еткәс, башҡа ҡалаларҙа һәм район үҙәктәрендә лә хәтер аллеялары булыр. Белеүемсә, әле үк ошондай эштәр алып барыла».

Һәләк булған яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – муниципалитет етәкселәренең төп бурысы, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Улар һеҙҙең менән һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, һеҙҙе сараларға саҡырырға, көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә ярҙам күрһәтергә, шулай уҡ һәләк булған яугирҙәрҙең хәтерен мәңгеләштереү буйынса саралар күрергә тейеш. Тиҙҙән Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ, уға бәйле сараларға һәләк булған хәрбиҙәрҙең ғаиләләрен саҡыра башлағыҙ», – тине Радий Хәбиров.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының Салауат районы буйынса социаль координаторы Миләүшә Сәфиуллина (ире МХО-ла һәлк булған) һәләк булған хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән һәр ваҡыт бәйләнештә булыуын билдәләне. Балаларға һәм ата-әсәләргә социаль һәм психологик ярҙам күрһәтелә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-02-06/radiy-habirov-vstretilsya-v-sele-maloyaz-s-semyami-pogibshih-uchastnikov-svo-4567043

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика