07:08 (UTC+5), 30 Января 2026

Республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙың 78% эшкә урынлашҡан

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин

Башҡортостанда ветерандар менән эш медицина реабилитацияһы, эшкә урынлашыу, социаль адаптация йүнәлештәре буйынса алып барыла.

Әле МХО-нан ҡайтҡан 3 меңдән ашыу яугирҙең 78% тиерлек эшкә урынлаштырылған. Радий Хәбиров бөгөн республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһендә муниципалитет башлыҡтарына ошо йүнәлештәге эште көсәйтергә ҡушты.

«МХО-нан ҡайтҡандарҙың 86% диспансеризация үткән. Әммә беҙ реабилитация өсөн ағымдағы мөмкинлектәрҙе арттырырға кәрәклеген яҡшы аңлайбыҙ.

Былтыр медицина реабилитацияһын ойоштороу буйынса илдә иң яҡшыһы тип танылған Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале был эштә мөһим урынды биләй. 2022 йылдан бында 7622 яугир һаулығын нығытҡан.

Госпиталь коллективына һәм шәхсән баш табип Азат Салауат улы Рәхмәтуллинға эште яҡшы ойошторғаны өсөн рәхмәт белдерәм. Рәхмәт һеҙгә, Азат Салауат улы! Һеҙҙең менән бергә – бөтә табиптарға», – тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-30/v-bashkirii-trudoustroilis-78-protsentov-uchastnikov-svo-4556870

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика