Иглин районының Кальтовка ауыл советының миһырбанлы халҡы Белгород өлкәһе сигендәге яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйған. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенә һылтанма менән Республикаға идара итеү үҙәгендә һөйләнеләр.
Шулай уҡ ирекмәндәр Белгородтың тыныс халҡы өсөн аҙыҡ-түлек ебәргән. Гуманитар ярҙам урындағы эшҡыуарҙар ҡатнашлығында әҙерләнгән. Акцияны «Берҙәм Рәсәй» партияһы ойошторған.
Бынан алдараҡ Башҡортостандан МХО офицерына атаһы гуманитар йөк алып килгән.