

Башҡортостандан 170 гуманитар ылау махсус хәрби операция биләмәһенә 19 мең тонна йөк килтергән. Хәрби хеҙмәткәрҙәргә гуманитар ярҙам йыйыуҙа тотош республика – предприятиелар, эшҡыуарҙар, ябай халыҡ, ирекмәндәр ҡатнаша.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Миңлеғәле Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабының эшмәкәрлеге хаҡында яҙып сыҡты. Унда 20 меңдән ашыу кеше эшләй. Штаб бүлексәләре республиканың һәр муниципалитетында бар.
«Был беҙҙең күп һанлы ойошма, ләкин берҙән-бер генә түгел. Былтыр «шайморатовсылар» 35,7 мең маскировка селтәре үргән, 73,8 мең әйбер, шул иҫәптән 10,5 мең һаҡланыу костюмы һәм дронға ҡаршы юрған теккән. 71,5 мең окоп шәме яһаған, 5,7 тонна туҡмас, сәк-сәк һәм бауырһаҡ әҙерләгән. Яугирҙәргә 300 берәмек автотехника (автомобилдәрҙән һәм квадроциклдарҙан алып мини-тракторҙарға һәм экскаваторҙарға тиклем), 200 генератор, 64 күсмә мунса тапшырған», — тине Радий Хәбиров.
Шайморатов исемендәге штаб ирекмәндәре МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләрен дә иғтибарһыҙ ҡалдырмай. Ирекмәндәр уларҙың туғандарына һәм яҡындарына бара, яугирҙәрҙең ғаиләләренә утын әҙерләргә һәм ҡар көрәргә, үлән сабырға, уңыш йыйырға ярҙамлаша, башҡа көнкүреш мәсьәләләрен хәл итә.
«Бөтә ирекмәндәргә, мәрхәмәтле халҡыбыҙға дөйөм еңеүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн рәхмәт», — тигән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе республика етәксеһе.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.