Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-30 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостанда 20 йәшлек МХО яугире кәләш алған

Денис Ирназаров / ТГ-канал
Фото: Денис Ирназаров / ТГ-канал

Бөгөн Ағиҙел ҡалаһында «Хаба» позывнойлы яугир һөйгән ҡыҙы Олеся менән ғаилә ҡорған. Йәштәргә 20 генә йәш. Хакимиәт башлығы Денис Ирназаров та уларҙың шатлығын уртаҡлашҡан.

Йәш булыуына ҡарамаҫтан, «Хаба» яуаплы, етди егет, тип билдәләне етәксе. Яҡташыбыҙ ике йылға яҡын махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Бына хәҙер тыуған яғына туй үткәреү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан.  

«Башинформ» яҙғанса, бынан алдараҡ Балтас районында матур датала – 12.12 – «Ислам» позывнойлы МХО яугире ғаилә ҡорғайны.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2026-01-12/v-bashkirii-zhenilsya-20-letniy-uchastnik-svo-s-pozyvnym-haba-4534426

Денис Ирназаров / ТГ-канал
Фото: Денис Ирназаров / ТГ-канал
Автор: Ләйсән Закирова
Читайте нас