Яңы йыл алдынан Өфө хакимиәте «Өфө Ҡыш бабайы йылыһы» хәйриә акцияһын башлап ебәрҙе. Баш ҡала халҡы яугирҙәребеҙ өсөн йылы әйберҙәр – ойоҡбаш, бирсәткә, башлыҡ, шарф килтерә ала.
Октябрь проспектында асылған Ҡыш бабай йортонда махсус контейнер тора, гуманитар ярҙамды шунда ҡалдырырға мөмкин. Шулай уҡ Ҡала мәҙәниәт һарайында, Өфө балалар филармонияһында, «Моторҙар эшләүселәр» мәҙәниәт һарайында һәм Ҡала мәҙәни-ял итеү үҙәгендә бокстар бар. Акция 11 ғинуарға тиклем бара.