Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
76.01
+0.09
90.29
+1.23
62.51
+0.52
-30 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан МХО яугире ВСУ-ның терәк пунктын юҡ иткән

Башҡортостандан МХО яугире Салауат Яласов Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

«Башҡорт батальоны» / telegram-канал
Фото: «Башҡорт батальоны» / telegram-канал

Махсус операцияла ҡатнашыусы, «Башҡортостан» полкының Әхәт Әхмәтйәнов исемендәге уҡсылар ротаһының взвод командиры Салауат Яласов алғы һыҙыҡта ВСУ-ның терәк пунктын юҡ иткән. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналынан билдәле булды.

Лейтенант Яласов етәкселегендәге снайперҙар төркөмө яугирҙәре сираттағы хәрби заданиены үтәгәндә артиллерия уты аҫтында объектты юҡ итеп, дошманды әсирлеккә алып, позицияға юғалтыуһыҙ әйләнеп ҡайтҡан.

Салауат Яласов яу яланында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгән.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-23/uchastnik-svo-iz-bashkirii-unichtozhil-opornyy-punkt-vsu-4518331

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас