«Геройҙар ваҡыты» федераль кадрҙар программаһына ингән махсус хәрби операция яугирҙәре ҙур потенциалға эйә. Был хаҡта Владимир Путин тура бәйләнеш ваҡытында белдерҙе
Программа эшләй һәм үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтте, тип билдәләне дәүләт башлығы.
«Ир-егеттәрҙең потенциалы бик яҡшы. Әлбиттә, баштан уҡ шик бар ине: яуҙа йөрөү – бер, ә коллективтар, тотош тармаҡтар, ҙур компаниялар йәки хатта төбәктәр менән етәкселек итеү бөтөнләй икенсе эш. Быға ынтылыш кәрәк. Белеме, тәжрибәһе булғандарға дәүләт ошондай мөмкинлектәр биреү өсөн барыһын да эшләргә тейеш», — тине Владимир Путин.
Президент төбәк етәкселәренә «Геройҙар ваҡыты» программаһын таратҡаны өсөн рәхмәт әйтте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдән республикала «Геройҙар ваҡыты»ның дауамы булған «Башҡортостан геройҙары» программаһы эшләй башланы. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм ветерандар өсөн мөһим кадрҙар проектының башланыуы тураһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров иғлан итте.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.