Октябрьскийҙан МХО биләмәһенә 24-се гуманитар конвой юлға сыҡты. Ҡала хәрбиҙәргә УАЗ автомобилдәре һәм бер «Ока», шулай уҡ төҙөлөш материалдары, автозапчастар, маскировка селтәрҙәре һәм исем посылкалар ебәрҙе.
Муниципалитет хакимиәте мәғлүмәте буйынса, гуманитар йөк йыйыуҙа битараф булмаған ҡала халҡы, предприятиелар, ойошмалар, мәғариф учреждениелары коллективтары, эшҡыуарҙар, ирекмәндәр ҡатнашты.
Бынан алдараҡ Стәрлетамаҡтан МХО биләмәһенә тәгәрмәсле техника оҙатылды.
https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-19/iz-bashkirii-v-zonu-svo-otpravili-uazy-i-oku-4513656