11:13 (UTC+5), 18 Декабря 2025

Башҡортостанда МХО яугирҙәре үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе бер урында хәл итә ала

Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Азат Ғиззәтуллин
Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы

18 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының Совет урамында урынлашҡан яңы бинаһында булды. Майҙаны 515 квадрат метрлыҡ бинала көтөү зонаһы, белгестәр, шул иҫәптән психолог һәм юрист кабинеттары, архив һәм техник реабилитация саралары өлгөләре бүлмәһе урынлашҡан. Бында ДНК анализдарын алыу бүлмәһе, шулай уҡ Рәсәй Оборона министрлығының Хәрби-социаль үҙәге белгестәренең ғәмәлдәге МХО яугирҙәрен ҡабул итеү өсөн киңлек бар. Ингән ерҙә пандустар, инвалидтар өсөн парковка урындары эшләнгән.

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина республика етәкселегенә ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм яңы бинаның ныҡ кәрәкле икәнен билдәләне. Ул шулай Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилеваның был объектты асыуҙа шәхсән ҡатнашыуын билдәләне. Бында бер үк ваҡытта биш һәм унан күберәк кешене ҡабул итергә мөмкин.

Филиалдың конференциялар залында Радий Хәбиров МХО ветерандары менән осрашты һәм уларға генерал Шайморатов миҙалдары, шулай уҡ инвалид хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн ҡул менән идара ителгән биш автомобиль асҡысы тапшырҙы. Аралашыу барышында республика етәксеһе уларға батырлыҡ өсөн рәхмәт әйтте. Гөлнур Ҡолһарина һүҙҙәренсә, улар барыһы ла махсус автомобилдәрҙе йөрөтөргә өйрәнгән. МХО ветерандары Радий Хәбировҡа ярҙамы, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Башҡортостан Башлығы «Башинформ» хәбәрсеһе менән әңгәмәлә республикала МХО втерандарына ярҙам итеүгә ҙур иғтибар бүленеүен әйтте.

–  Яңы бинаның урыны уңышлы, эргәлә генә Совет майҙаны, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов һәйкәле. Ир-егеттәребеҙ ошо майҙандан махсус хәрби операцияға китте, – тине Радий Хәбиров. – Яугирҙәр үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе бер урында хәл итергә мөмкин. Был бик мөһим. Ә муниципалитеттарҙа беҙ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға ярҙам үҙәктәрен асабыҙ. Әлегә улар 10, әммә эште дауам итәбеҙ.

Сара һуңында Башҡортостан хөкүмәте һәм ВТБ банкы араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Документ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына социаль ярҙам ойоштороуҙы, шул иҫәптән финанс белемен арттырыу сиктәрендә консультациялар һәм саралар үткәреүҙе күҙ уңында тота.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-18/boytsy-svo-iz-bashkirii-vse-svoi-voprosy-mogut-teper-reshit-v-odnom-meste-4512792

Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығыОлег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика