

Балаҡатай районының Ураҡ ауылында иҫке ҡоҙоҡто ремонтлау эштәре тамамланды. Республикаға идара итеү үҙәгендә белдереүҙәренсә, МХО яугиренең туғаны республика етәксеһе Радий Хәбиров менән тура бәйләнешкә шундай үтенес менән мөрәжәғәт иткән.
Район хакимиәте был мәсьәләне контролгә алды һәм халыҡ өсөн мөһим объектты төҙөкләндереүгә аҡса бүлде. Белгестәр ауыл ҡоҙоғон ноябрь аҙағында ремонтлай башланы. 12 декабргә ул әҙер ине.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостандың Республикаға идара итеү үҙәге 5 йыл эсендә 2 миллионға яҡын мөрәжәғәтте эшкәрткән.
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.
Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.
18+ запрещено для детей.