Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.15
+0.96
91.84
+1.05
62.51
+0.52
-11 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөлә Башҡортостан батальондары байраҡтары кадет корпусына тапшырылды

Азат Мөхәмәтйәнов  / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте
Фото: Азат Мөхәмәтйәнов / Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостанда «Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» республика илһөйәрлек марафоны тамамланды. Республикабыҙҙың МХО биләмәһендә хәрби бурыстарын үтәгән исемле батальондары байраҡтарын тапшырыу эстафетаһына Өфөлә нөктә ҡуйылды. Кисә, Ватан Геройҙары көнөндә, Өфөнөң 88-се мәктәбе кадеттары байраҡтарҙы ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге кадет корпусына һаҡлауға тапшырҙы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, марафон быйыл февралдә старт алды. Башҡортостандың хәрби подразделениелары байраҡтары йыл дауамында республиканың барлыҡ район һәм ҡалалары мәктәптәрендә булды.

Тантанала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, шулай уҡ махсус операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре ҡатнашты. Республика етәксеһе һәммәһен дә байрам менән ҡотланы һәм ошо көндөң мөһимлеген билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-10/prosvetitelskiy-marafon-znamya-muzhestva-i-chesti-zavershilsya-v-ufe-4500279

Видео: Өфөнөң Октябрь районы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте / социаль селтәрҙәр
Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас