10:51 (UTC+5), 09 Декабря 2025

Радий Хәбиров Ватан Геройҙарын хөрмәтләп иҫкә алды

Фото: Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәре / Вк
Альмира Давлетбаева

Бөгөн, 9 декабрҙә, Рәсәйҙә Ватан Геройҙары көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус операция барышында юғары исемгә лайыҡ булған республика хәрби хеҙмәткәрҙәренең, ил Геройҙарының ҡаһарманлыҡтарын иҫкә төшөрҙө.

«Башҡортостан – Геройҙар, еребеҙҙе дошмандарҙан һаҡлап, үҙ-үҙен аямаған, ҡайһы саҡта ғүмерен фиҙа ҡылған көслө рухлы яугирҙәрҙең ере. Тарихыбыҙ дауамында шулай булды, бөгөн дә шулай. Уларҙың һәр береһе алдында түбәнсеек менән баш эйәбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, уның тарихы быуаттар төпкөлөнә, атап әйткәндә, 18 быуаттың икенсе яртыһына барып тоташа. Екатерина II указы менән Изге Георгий Победоносец ордены булдырыла. Ул ваҡытта юғары хәрби награда менән алышта ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән офицерҙар, генералдар бүләкләнә.

Батыр яҡташтарыбыҙ хаҡында тулыраҡ «Башинформ» материалында уҡығыҙ.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-09/radiy-habirov-pochtil-pamyat-geroev-otechestva-4499107

1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика