Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
08:11 (UTC+5), 04 Декабря 2025

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләнә

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләргә ниәтләй.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостан парламентының йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты «Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квота билдәләү тураһында» закон проектын хупланы.

Закон проекты МХО биләмәһенән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре булған эш биреүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларҙы мотлаҡ эшкә алһын өсөн квота билдәләнә. Квота коллективтың уртаса исемлек һанынан 1% тәшкил итә. Эш биреүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе туранан-тура, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса эшкә ҡабул итә ала.

Парламент спикеры фекеренсә, Ватанды һаҡлаусылар өсөн эш урындарына квота бүлеү — социаль ғәҙеллек мәсьәләһе генә түгел, ә ветерандарҙы граждандар тормошона йәлеп итеү ысулы ла. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ошондай практика индерелгән. Башҡортостанда квоталар ярҙамында 1100-гә яҡын эш биреүсе хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн биш меңдән ашыу эш урыны булдыра ала. 

Депутаттар был зконды декабрҙә көҙгө сессияның йомғаҡлау ултырышында ҡабул итергә ниәтләй.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-04/v-bashkirii-ustanovyat-kvoty-dlya-priema-na-rabotu-uchastnikov-svo-4492899

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика