Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.96
+0.49
90.59
+0.74
62.81
+0.14
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусылар икенсе белем алырға мөмкин

Дәүләт Думаһы пленар ултырышта икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа тейешле үҙгәрештәр ҡабул итте.

Эдуард Ҡусҡарбәков / «Башинформ»
Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков / «Башинформ»

МХО-ла ҡатнашыусылар бушлай икенсе урта һөнәри белем алырға мөмкин. Парламент спикеры Вячеслав Володин билдәләүенсә, ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыу һәм яңынан уҡытыу мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора.

«Үҙебеҙҙең яҡтан бының өсөн бөтә шарттар булдырырға тейешбеҙ. Махсус хәрби операция башланғандан алып бөтәһе 148 закон ҡабул ителде», — тип белдерҙе Вячеслав Володин.

Бынан алдараҡ «Башинформ» республикала МХО ветерандарын һәм уларҙың ғаиләләрен бизнес алып барырға өйрәтеүҙәре тураһында хәбәр иткәйне. Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән республика халҡына йәмғеһе 55 ярҙам сараһы ҡаралған.

«Махсус хәрби операция геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү — беҙҙең төп бурыстарҙың береһе. Бында беҙ саралар исемлеген киңәйтеү өҫтөндә генә түгел, ә ошо ярҙамды алыу уңайлы булһын өсөн дә эшләйбеҙ. Артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-12-03/uchastniki-svo-iz-bashkirii-mogut-poluchit-vtoroe-obrazovanie-4491774

Автор: Эдуард Ҡусҡарбәков
Читайте нас: