10:55 (UTC+5), 01 Декабря 2025

Республикабыҙҙың популяр йырсыһы МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн яңы йыр башҡарҙы

Фото: видеонан стоп-кадр / социаль селтәрҙәр
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова республикабыҙҙан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға арналған яңы йыр башҡарҙы.

«Бер матур халыҡтың балаһы» йырының һүҙҙәрен һәм музыкаһын Гөлнара Хәлфетдинова яҙған. Музыкаль клиптың авторҙары – Буранбай Туҡтағолов, Рәлим Заманов.

Гөлсөм Бикбулатова алғы һыҙыҡта Тыуған илен һаҡлаған башҡорт халҡының батырлығы һәм ҡыйыулығы тураһында күңелгә үтеп инерлек итеп йырлай.

«Бер матур халыҡтың балаһы һин. Бер аҡыллы халыҡтың балаһы. Урал урмандары йөрәгеңдә, күңелеңдә башҡорт далаһы», — тигән юлдар бар унда.

Видео: «Журналист яҙмалары» телеграм-каналы/ социаль селтәрҙәр
Другие видео

«Ошондай йырҙы оҙаҡ эҙләнем. Һәм таптым. Тәүге ноталарҙан уҡ ул күңелемә ятты. Минеңсә, бик көслө һәм сағыу композиция. Барыһына ла, айырыуса алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә оҡшар тип уйлайм. Йырлағанда махсус операциялағы ир-егеттәребеҙгә сәләм юллайым һәм йыр уларҙың һуғышсан рухын тағы ла күтәрер тип ышанам. Сөнки фронтта уларға тап шундай йыр кәрәк», — тине Гөлсөм Бикбулатова «Башинформ»ға.

Әйткәндәй, Гөлсөм Бикбулатова «Ете ҡыҙ» ирекмәндәр төркөмө менән даими рәүештә МХО биләмәһенә бара. Популяр йырсы фронтта башҡорт подразделениелары яугирҙәре алдында концерт менән сығыш яһай. Яҡташтарыбыҙға бигерәк тә «Ҡайтығыҙ» йыры оҡшай.

Видео: «Башҡорт батальоны» телеграм-каналы / социаль селтәрҙәр
Другие видео
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика