Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.96
+0.49
90.59
+0.74
62.81
+0.14
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташыбыҙ Руслан Дәүләтшин МХО биләмәһендә яуҙаштарын ут аҫтынан алып сыҡҡан

Салауат ҡалаһынан МХО яугире Жуков миҙалына тәҡдим ителде.

Салауат ҡалаһы хакимиәте / Vk
Фото: Салауат ҡалаһы хакимиәте / Vk

Салауат ҡалаһынан ефрейтор Руслан Дәүләтшин МХО биләмәһендә хеҙмәт иткәндә ҡаһарманлыҡ күрһәткән. Был турала ҡала мэры Марат Заһиҙуллин һөйләне.

Руслан Дәүләтшин алғы һыҙыҡта яғыулыҡ ташый. Михайловка тораҡ пункты эргәһендә шәхси состав артиллерия уты аҫтына эләгә. Дәүләтшин паникаға бирелмәй, ғүмеренә ҡурҡыныс янаһа ла, иптәштәрен ҡыйратылған техниканан эвакуациялауҙы ойоштора. Уның ышаныслы эш итеүе һөҙөмтәһендә юғалтыуҙарға юл ҡуйылмай.

Шәхси составтың бурысы тулыһынса үтәлә – алғы һыҙыҡтағы подразделениелар яғыулыҡ менән тәьмин ителә. Батырлығы өсөн ефрейтор Руслан Дәүләтшин дәүләт наградаһына — Жуков миҙалына күрһәтелде.

Салауат мэры бөгөн яугирҙең әсәһе Гүзәл Дәүләтшинаға рәхмәт хаты тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-28/zhitel-bashkirii-ruslan-davletshin-spas-tovarischey-pod-obstrelom-v-zone-svo-4485628

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: