Өфөлә 6 декабрҙә спорттың көс төрҙәре буйынса «Батырҙар алышы» турниры үткәрелә. Республиканың Спорт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ярыш МХО ветерандарын реабилитациялау программаһы буйынса проект сиктәрендә ойошторола.
Турнирҙа ҡатнашыусылар пауэрлифтингта, армрестлингта һәм стритлифтингта көстәрен һынай. Пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры Альберт Мостафин әйтеүенсә, проект сиктәрендә һәүәҫкәр спортҡа демобилизацияланған 200 яугир йәлеп ителә. Улар өсөн профессиональ тренерҙар, клиник психолог менән кәңәшләшеү һәм республика ярыштарында ҡатнашыу ҡаралған.
«Махсус операция башланғандан алып беҙҙең республикала адаптив спорт әүҙем үҫешә. Ир-егеттәр төрлө спорт төрҙәре менән шөғөлләнә. Минең дуҫым, МХО ветераны Олег Мөфтәхетдинов бер ҡул менән өҫтәл теннисы уйнай. Был иһә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың һаулығын нығытыу, социалләштереү өсөн мөһим», — тип билдәләне Альберт Мостафин.