07:13 (UTC+5), 27 Ноября 2025

Яҡташ яугир республиканың атҡаҙанған матбуғат хеҙмәткәре исемен алды

Азат Мөхәмәтйәнов 30 йылдан ашыу ғүмерен Салауат ҡалаһының «Салауат» телекомпанияһына бағышлаған, ә 2023 йылдан МХО биләмәһендә уҡсылар ротаһы радиотелефонисы булып хеҙмәт итә.

Фото: Валерий Шахов / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Әлфиә Әһлиуллина

Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев «Салауат» телекомпанияһының өлкән монтажлаусыһы Азат Мөхәмәтйәновҡа «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем тапшырҙы.

«Азат Әсҡәт улы — уникаль белгес һәм ысын кеше-оркестр. Ул 30 йылдан ашыу ғүмерен ҡала телевидениеһына арнаны. Режиссер һәм сценарий авторы булып сығыш яһаны, заманса видеоархив тупланы. Бына күп йылдар инде ҡалала үткәрелгән мөһим сараларҙан тура трансляцияларҙы тәьмин итә», — ти уның хаҡында коллегалары.

2023 йылдың июленән Азат Мөхәмәтйәнов махсус хәрби операцияла ҡатнаша, уҡсылар ротаһында радиотелефонист булып хеҙмәт итә.

«Фронттағы ҡыйыулыҡ һәм тыныс тормошта юғары һөнәри оҫталыҡ — яҡташыбыҙға тап шундай сифаттар хас. Ҡалабыҙҙа ошондай кешеләрҙең йәшәүе менән ғорурланабыҙ! Азат Әсҡәт улына ныҡлы һаулыҡ, көс, именлек һәм Еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ!», – тип ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙеләр Салауат ҡалаһы хакимиәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-27/uchastnik-svo-iz-bashkirii-stal-zasluzhennym-rabotnikom-pechati-respubliki-4483717

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика