Среда, 15 Апреля 2026
|
Уфа
+16 °С
10:40 (UTC+5), 26 Ноября 2025

Башҡортостандың һәр районында МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам үҙәктәре асыла

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров/ телеграм-канал
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандың һәр районында МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү үҙәктәре асыла. Республика Башлығы Радий Хәбиров хәбәр итеүенсә, бөгөн төбәктә  хәрби хеҙмәткәрҙәргә 10 ярҙам үҙәге эшләй. Улар Стәрлетамаҡта, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Нефтекамала, Өфөлә, шулай уҡ Баймаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Ҡалтасы һәм Мәләүез райондарында урынлашҡан.

«Махсус хәрби операция геройҙарына һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү – төп бурыстарыбыҙҙың береһе. Ошо йәһәттән беҙ саралар исемлеген киңәйтеү өҫтөндә һәм был ярҙамды алыу уңайлы булһын өсөн эшләйбеҙ. Артыҡ бюрократияһыҙ, уңайлы шарттарҙа, бер урында», – тип билдәләне республика етәксеһе.

Радий Хәбиров республиканың һәр муниципалитетында ошондай үҙәктәр асыу бурысын ҡуйҙы.

«Маҡсатыбыҙ – уларҙы һәр муниципалитетта асыу. Ошондай үҙәктәрҙә төрлө ярҙам күрһәтелә. Бында «Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторҙары эшләй, улар ветерандарыбыҙҙы, туғандарын һәм яҡындарын юғалтҡандарҙы оҙатып йөрөй. Шулай уҡ төрлө саралар, шул иҫәптән республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының күсмә ҡабул итеүҙәре ойошторола. Берҙәм ярҙам үҙәктәренә ярҙамға мохтаждар ғына мөрәжәғәт итмәй. Бында ярҙам күрһәтергә теләүселәр ҙә килә. Ундай кешеләр бик күп, уларҙың алдында түбәнселек менән баш эйәм», – тине Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-26/tsentry-podderzhki-uchastnikov-svo-poyavyatsya-v-kazhdom-rayone-bashkirii-4482479

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Эл. почта
inf@bashinform.ru
Адрес
450077, Уфа, Кирова, 45
Рекламная служба
(347) 250-11-11
Редакция
(347) 250-07-28
Приемная
(347) 250-05-07
Сотрудничество
(347) 250-06-14
Отдел кадров
ok@bashinform.ru

© 1992-2026 АО ИА «Башинформ». Свидетельство о регистрации СМИ № ТУ 02-01609 от 25.09.2017 г., выдано Управлением Федеральной службы по надзору в сфере связи, информационных технологий и массовых коммуникаций по Республике Башкортостан.

Об использовании персональных данных

Вся информация и материалы, размещенные на сайте www.bashinform.ru защищены международным и российским законодательством об авторском праве и смежных правах.

18+ запрещено для детей. 

При перепечатке или цитировании ссылка на ИА «Башинформ» обязательна. Для интернет-изданий и социальных сетей прямая активная гиперссылка обязательна. Использование логотипа ИА «Башинформ» в целях, не связанных с ссылкой на агентство при перепечатке или цитировании, допускается только с письменного разрешения АО ИА «Башинформ».
Яндекс.Метрика