Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
77.96
+0.49
90.59
+0.74
62.81
+0.14
0 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Яҡташ яугирҙең ғаиләһендә өсөнсө бала тыуған

Иглин районынан МХО-ла ҡатнашыусы күп балалы атай булды.

Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова / телеграм
Фото: Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова / телеграм

«Айбат» позывнойлы яугир 2022 йылдан алып махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Иглин районы башлығы Гүзәл Насирова һүҙҙәренсә, бөгөн ул тыуған ауылына ҡайтҡан. 

«Айбат» менән һөйләшеп алдыҡ, ағымдағы мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Улы тыуыуы менән ҡотланым. Герой ғаиләһендә был инде өсөнсө бала», – тип ҡыуаныслы хәбәр менән уртаҡлашты Гүзәл Насирова.

Район башлығы шулай уҡ яугирҙең әсәһен яҡынлашып килгән Әсә көнө менән ҡотланы һәм «МХО-ла ҡатнашыусының әсәһенә» муниципаль миҙалын тапшырҙы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-24/v-semie-boytsa-svo-iz-bashkirii-rodilsya-tretiy-rebenok-4479260

Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Читайте нас: