

БСТ телеканалы «Матур фатир» тигән өр-яңы яңы проект әҙерләй. Тапшырыуҙың геройҙары – Өфөнән йәки Өфө районынан махсус хәрби операция яугирҙәренең «Минең атайым» видеохикәйәләр конкурсында еңгән 3 йәштән 14 йәшкә тиклемге балалары. Проектта ҡатнашыу өсөн улар атаһы хаҡында видеояҙма төшөрөп, БСТ-ға ебәрергә тейеш. Ғаризалар 28 ноябргә тиклем ҡабул ителә.
Телеканал дирекцияһында белдереүҙәренсә, 10 еңеүсене төп бүләк — балалар бүлмәһендә ремонт көтә. Иҙәнде, түшәмде, тәҙрәне, йыһазды алмаштырыу, стенаны ремонтлау, шулай уҡ яңы ҡорғандар элеү планлаштырыла.
«Иң тәүҙә беҙҙең менән эшләргә теләк белдергән спонсорҙарға ҙур рәхмәт. Республиканың башҡа район-ҡалаларында ярҙам итергә теләүселәр булһа, киләсәктә проекттың географияһын киңәйтергә әҙербеҙ», – тип пландары менән уртаҡлашты проект етәксеһе, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.