09:26 (UTC+5), 17 Ноября 2025

Радий Хәбиров яҡташ разведчикка генерал Шайморатов миҙалын тапшырҙы

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе/ скриншот
Инсаф Хужабиргәнов

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусы, «Терек» казак разведка бригадаһы һалдаты Максим Баль генерал Шайморатов миҙалына лайыҡ булды. Уны республика етәксеһе Радий Хәбиров хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә бүләкләне.

«Беҙҙең һаҡлаусылар Оборона министрлығының төрлө подразделениеларында һәм ирекле батальондарҙа хеҙмәт итә. Яңыраҡ мин яҡташыбыҙ Максим Баль күрһәткән батырлыҡ тураһында белдем. Ул үҙ ғүмерен аямайынса яралы яугирҙәрҙе алғы һыҙыҡтан сығарған. Ҡаһарманлығығыҙ өсөн һеҙҙең алда баш эйәм», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

Яугир республика етәкселегенә һәм халҡына даими ярҙам өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Республика етәкселегенә юғары награда өсөн рәхмәт. «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк филиалына, республикабыҙа йәшәүселәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Шулай уҡ мине көткән тормош иптәшемә рәхмәт әйтергә теләйем», — тине хәрби хеҙмәткәр.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-17/radiy-habirov-vruchil-medal-generala-shaymuratova-razvedchiku-iz-bashkirii-4469925

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика