12:02 (UTC+5), 01 Ноября 2025

Өфөнән «Беренсе тирмә» проектының 25-се ирекмәндәр бригадаһы МХО биләмәһенә юлланды

Ирекмәндәр хәрби хәрәкәттәр биләмәһендә үҙ бурысын ҡыйыу үтәй, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

Бөгөн Өфөнән «Беренсе тирмә» проектының 25-се ирекмәндәр бригадаһы МХО биләмәһенә юлланды. Был хаҡта Радий Хәбиров хәбәр итте. Ирекмәндәр йыл буйына фронт территорияһында эшләй, тип билдәләне республика етәксеһе. Улар Луганск госпиталендә яралы яугирҙәрҙе ҡарай. Ирекмәндәрҙең даими эш урыны бар, әммә улар отпуск алып, эш биреүсе менән һорауҙарҙы хәл итеп, Донбассҡа медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү һәм яралы һалдаттарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн мөһим аҙымға бара.

«Сменалар ике аҙна дауам итә, бер төркөм икенсеһен алмаштыра. Улар яугирҙәрҙе ашата-эсерә, таҙа кейемдәр кейҙерә, туғандарына хәбәр яҙып ебәрә, аралаша. Бер йылда республиканың 32 муниципалитетынан 186 ҡатын-ҡыҙ унда барып ҡайтҡан. Бөрө медицина колледжынан егеттәр ҙә бар. Унда барырға теләүселәр күп. Башҡортостан исеменән ирекмәндәргә бик мөһим, кәрәкле, физик һәм эмоциональ яҡтан ҡатмарлы эш өсөн рәхмәт белдерәм. Шул рәүешле беҙ дөйөм еңеүгә тос өлөш индерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-11-01/iz-ufy-v-zonu-svo-otpravilas-25-ya-brigada-volontyorov-proekta-pervaya-yurta-4450488

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика