Башҡортостан хөкүмәте вице-премьеры – спорт министры Руслан Хәбибов МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына социаль ярҙам сараларын күрһәтеү эшен ойоштороу менән шөғөлләнәсәк. Башҡортостан Башлығы бойороғо менән республика хөкүмәтендәге бурыстарҙы бүлеүгә тейешле үҙгәрештәр индерелде.
Бынан тыш, документтан күренеүенсә, Руслан Хәбибов Башҡортостандың тейешле хоҡуҡи акттарын әҙерләүҙе тәьмин итергә тейеш.