05:38 (UTC+5), 25 Сентября 2025

Радий Хәбиров Башҡортостан халҡына МХО-ға ярҙамдары өсөн рәхмәт белдерҙе

Өфөлә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы көҙгө сессияһының беренсе пленар ултырышы башланды.

Эдуард Ҡусҡарбәков

Бөгөн Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы көҙгө сессияһының беренсе пленар ултырышында Радий Хәбиров ҡатнашты. Республика етәксеһе әйтеүенсә, төбәк парламенты һәр ваҡыт Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға ҡабул ителгән закон сығарыу башланғыстары һаны буйынса лидерҙар иҫәбендә тора.

«Һеҙ һәм һеҙгә тиклем эшләгән депутаттар тарафынан ныҡлы нигеҙ булдырылған, төп өлкәләрҙә мөһим закондар ҡабул ителгән. Был йүнәлеште дауам итергә кәрәк, тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров депутаттарға. — Бөгөн беҙҙең өсөн иң мөһиме — махсус хәрби операция маҡсаттарына өлгәшеү. Яугирҙәребеҙгә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү. Был йәһәттән предприятиеларҙың хеҙмәт коллективтары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, эшҡыуарҙар һәм ябай кешеләр берҙәм».

Былтыр республика бюджетынан МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 54 ярҙам сараһын тормошҡа ашырыу өсөн 13 миллиард һум йүнәлтелгән, быйыл иһә 25 миллиард һум. Башҡортостан подразделениеларына 161 гуманитар ылау ебәрелгән. Шул уҡ ваҡытта депутаттар был йүнәлештә ҙур эш башҡара, тип билдәләне Радий Хәбиров һәм республика халҡына рәхмәт белдерҙе.

«Яугирҙәргә һәм уларҙың яҡындарына ярҙам өсөн һеҙгә һәм республика халҡына рәхмәт белдерәм», — тип рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-25/radiy-habirov-poblagodaril-zhiteley-bashkirii-za-pomosch-svo-4401323

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика