07:11 (UTC+5), 25 Сентября 2025

Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларға ярҙам саралары дәүләт хеҙмәттәренә индерелде

Хәҙер ярҙам саралары менән дәүләт хеҙмәттәре порталында танышырға мөмкин, тип белдерҙе Радий Хәбиров. Унда бөтә аңлатмалар ҙа бар.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Альмира Давлетбаева

Башҡортостанда республика дәүләт хеҙмәттәре порталында МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына 50-нән ашыу ярҙам сараһы тупланған. Был турала республика етәксеһе Радий Хәбиров МАХ каналында хәбәр итте.

Ярҙам саралары бер нисә тормош сценарийы буйынса төркөмләп урынлаштырылған, һәр береһенең тасуирламаһы бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Ҡайһы бер осраҡтарҙа ғаризаны шунда уҡ, электрон төрҙә бирергә мөмкин. Башҡаларында иһә ҡайҙа һәм ниндәй белешмәләр менән мөрәжәғәт итергә кәрәклеге ентекле яҙылған. Порталда үҙеңдең тәҡдимдәреңде һәм теләктәреңде яҙып ҡалдырырға мөмкин. Минең командам мотлаҡ иғтибарға алыр», — тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Опция менән ошо һылтанма буйынса үтеп танышырға була. 

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-25/v-bashkirii-mery-podderzhki-uchastnikov-svo-vklyuchili-v-gosuslugi-4401239

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика