

Концертта билдәле артистар Мәликә Разакова (Мәскәү), Миңлеғәле Дәүләтбаев (Мәскәү), Лилиә Букеева (Татарстан), Башҡортостандан Нәзифә Ҡадирова, Иҙрис Ғәзиев, Zainetdin, Рәдиф Зарипов, Дияна Ишниязова, Айгөл Һағынбаева, Римма Амангилдина, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Иҙрис Кәлимуллин, Марсель Ҡотоев, Илһам Вәлиев, «Ант» төркөмө, Әлфиә Юлсурина, Гөлсөм Бикбулатова, Илнур Лоҡманов һәм башҡалар ҡатнаша.
БСТ телеканалында «Әсәй» телевизион проектының премьераһы 2024 йылдың апрелендә булды. Әлеге ваҡытта программаның 100-гә яҡын сығарылышы төшөрөлгән һәм эфирҙа күрһәтелгән. Проект геройҙары – Башҡортостандың төрлө ҡалаларында һәм райондарында йәшәгән, улдары Ватанды һаҡлаусылар юлын һайлаған һәм МХО-ға юлланған ҡатын-ҡыҙҙар. «Башинформ» хәбәр иткәнсә, тәүге сара быйыл яҙ Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрында уҙҙы.
«Бик күп йылы һүҙҙәр ишеттек. Был беҙҙе илһамландырҙы. Әсәләр яҡшы кәйеф менән ҡайтып китте. Улар бер-береһе менән дуҫлашты, әле лә аралашып торалар. Шуға ошо сараны икенсе тапҡыр ойошторорға булдыҡ», — тине проект етәксеһе һәм авторы, БСТ телеканалының баш мөхәррире Гәүһәр Батталова.
Ҡуйыусы режиссерҙар Радик Фәтхиев һәм Сулпан Асҡарова кисәнең үҙенсәлекле биҙәлеше өсөн яуаплы. Сценарий авторҙары Зилә Баймырҙина һәм Рәйсә Ҡаҙбулатова сара тамашасыларҙың хәтерендә ҡалһын өсөн күңелен биреп эшләй.
Билеттарҙы һатыуҙан килгән аҡса МХО яугирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн йүнәлтелә.
6+
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.