10:30 (UTC+5), 18 Сентябрь 2025

Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияров менән бәхилләштеләр

Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.

Фото: Валерий Шахов
Азат Ғиззәтуллин

Бөгөн, 18 сентябрҙә, Өфөлә Башҡортостандың данлы улы, Рәсәй Федерацияһы Геройы, «Башҡортостан» полкы взводы командиры, өлкән лейтенант Илдар Суфияров менән бәхилләштеләр. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров матәм митингында республикала барыһы ла Илдар Суфияровтың тиңһеҙ батырлығы хаҡында белеүе тураһында әйтте.  

«Беҙ геройҙың кәүҙәһен табып, тыуған еренә ҡайтарырға тейешбеҙ тигән принципиаль ҡарар ҡабул иткәйнек. Уның әсәһенә һәм ҡатынына ныҡлы вәғәҙә бирҙем. Яугирҙәребеҙ ярҙамында уны таптыҡ, шуның өсөн ҙур рәхмәт. Был барыбыҙ өсөн дә бик мөһим ине, һәм беҙ уны өйөнә алып ҡайттыҡ. Бөгөн тыуған ере уны ҡуйынына алыр.

Хөрмәтле Мәрйәм Сабир ҡыҙы, бөгөн һеҙҙең алда баш эйергә теләйем. Тормош иптәшегеҙ Филорет Хәсән улы менән лайыҡлы ул, ысын яугир, батыр офицер тәрбиәләгәнһегеҙ. Беҙ уның ғаиләһе тураһында ла хәстәрлек күрербеҙ. Илдар Филорет улы, һеҙ мәңге беҙҙең хәтерҙә булырһығыҙ. Геройыбыҙға мәңгелек дан», — тине Радий Хәбиров.

Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин Илдар Суфияровтың Ватаны өсөн ғүмерен ҡорбан итеүе хаҡында һөйләне.

«Ул бөгөн, барлыҡ тәҡүә кешеләр кеүек, беҙҙең арабыҙҙа йәшәй, Аллаһы Тәғәлә уны ожмахҡа индерҙе. Беҙ уның менән ғорурланабыҙ һәм уның ҡаһарманлығынан яҡшы өлгө алырбыҙ», — тине Баш мөфтөй.

«Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы филиалы — «Башнефть-Новойл» директоры Максим Романов Илдар Суфияровтың 30 йылға яҡын туған заводында эшләүе хаҡында һөйләне.

«Коллегалары уны ярҙамсыл, үҙ эшенә тоғро һәм изгелекле булыуы өсөн ныҡ хөрмәт итте. Илдар Филорет улы – илебеҙҙең ысын патриоты. Беҙ һәр ваҡыт уның ғаиләһенә ярҙам күрһәтергә әҙербеҙ. Геройҙың рухы шат булһын», – тине ул.

Рәсәй Геройын хөрмәтләп һуңғы юлға оҙаттылар һәм Өфөнөң Көньяҡ зыяратында ерләнеләр.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-18/v-ufe-prostilis-s-geroem-rossii-ildarom-sufiyarovym-4393169

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика