06:58 (UTC+5), 17 Сентября 2025

Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңғы юлға оҙаталар

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының өлкән лейтенанты Илдар Суфияров һуңғы минутынаса Тыуған иленең сиген һаҡлап, алғы һыҙыҡта һәләк булды.

Фото: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Иртәгә, 18 сентябрҙә, Өфөлә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровты һуңға юлға оҙаталар. Матәм саралары «Башҡортостан» дәүләт концерт залында сәғәт 10-да башлана. Илдар Суфияровты белгән һәм уны хөрмәтләп иҫкә алырға теләгән һәр кем бәхилләшергә килә ала.

Яҡташыбыҙ Илдар Суфияровты баш ҡаланың Көньяҡ зыяратында ерләйҙәр.

Өлкән лейтенант, «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкының Даян Мурзин исемендәге батальон взводы командиры Илдар Суфияров 2024 йылдың апрелендә МХО биләмәһендә һәләк булды. Офицер һан яғынан күберәк булған украин боевиктары менән алыша. Хәрби хәлдең ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, Суфияров күҙәтеү пунктындағы позицияһын ташлап китмәй, дошман яҡынлаша башлағас, үҙен һәм ВСУ-ның өс һалдатын граната менән шартлата.

Уҙған йылдың октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән Илдар Суфияровҡа үлгәндән һуң Рәсәй Геройы исеме бирелде.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-17/v-ufe-poproschayutsya-s-geroem-rossii-ildarom-sufiyarovym-4391240

Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика