07:18 (UTC+5), 15 Сентября 2025

МХО биләмәһендә Башҡортостандан Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған

2024 йылда МХО биләмәһендә батырҙарса һәләк булған Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

Альмира Давлетбаева

МХО биләмәһендә Рәсәй Геройы Илдар Суфияровтың кәүҙәһе табылған. Был хаҡта хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдерҙе. Башҡортостан Башлығы әйтеүенсә, табылған кәүҙәнең Илдар Суфияровтыҡы булыу ихтималлығы юғары.

«Кисә миңә Суфияров Илдар Филорет улының кәүҙәһен табыуҙары хаҡында хәбәр иттеләр. Уның янында тағы өс яугир. Кәүҙәһен Ростовҡа экспертизаға килтергәндәр. Иртәнсәк Суфияровтың әсәһенә һәм ҡатынына шылтыраттым. Төшкө аштан һуң улар менән күрешергә теләйем. Ауыр миссия. Миңә был 41-се йылда һәләк булған яугирҙәрҙең хәрби билеттарын тапҡанды хәтерләтте. Илдар Филорет улы – ғәжәйеп кеше. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙен яҡындан белмәй инем», — тине Радий Хәбиров.

Илдар Суфияровтың үлеме тураһында яңы мәғлүмәттәргә бәйле, Радий Хәбиров оператив кәңәшмәне уның һәм һәләк булған башҡа яугирҙәрҙең иҫтәлегенә бер минут тынлыҡтан башланы.

Батыр яҡташыбыҙҙың кәүҙәһен тыуған иленә алып ҡайтҡас, уның ерләү урыны билдәле буласаҡ, тип өҫтәне Башҡортостан Башлығы.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-15/glava-bashkirii-nachal-operativnoe-soveschanie-s-minuty-molchaniya-4388246

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика