11:04 (UTC+5), 09 Сентября 2025

Ирекмәндәр һәм Башҡортостандың халыҡ артистары МХО биләмәһенә барып ҡайтты

Легендар Нәзифә Ҡадирова һәм Ғәли Алтынбаев ирекмәндәр менән бергә алғы һыҙыҡҡа гуманитар йөк алып барҙы һәм популяр йырҙар башҡарҙы.

Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты республика бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
Эдуард Ҡусҡарбәков

«Масксети Щит Уфа» ирекмәндәре һәм Башҡортостандың халыҡ артистары Нәзифә Ҡадирова, Ғәли Алтынбаев МХО биләмәһенә барып ҡайтты. Улар республика яугирҙәренә гуманитар ярҙам тапшырҙы. Алғы һыҙыҡҡа сәфәрҙе «Масксети Щит Уфа» хәрәкәте етәксеһе Зилә Фәттәхова ойошторҙо. Ул «Башинформ»ға яҡташтарыбыҙҙың маскировка селтәрҙәре һәм кейем-һалым һорауы, әммә яҡын арала ошо йүнәлештә гуманитар ылау ойошторолмағас, үҙҙәренә барырға тура килеүе хаҡында һөйләне.

«Нәзифә Жәүәт ҡыҙы менән Ғәли Мансур улы беҙҙең өмәләрҙең береһендә ҡатнашты һәм МХО биләмәһенә барырға йыйыныуыбыҙ тураһында белгәс, беҙгә ҡушылырға булды. Ир-егеттәргә әхлаҡи ярҙамдың кәрәк икәнен белгәнгә күрә, уларҙың теләген хупланыҡ. Шул рәүешле бәләкәй генә команда барлыҡҡа килде», — тип билдәләне Зилә Фәттәхова.

«Башҡорт яугирҙарының үтенесен «Шьём и вяжем для наших Башкортостан», «Надёжный тыл», «Супы из Башкирии» ойошмалары ирекмәндәре лә яуапһыҙ ҡалдырманы. Ылауҙы бер нисә тапҡыр фронт яны биләмәһендә булып ҡайтҡан Халыҡ фронты вәкилдәре Радик Яруллин һәм Фидан Баянов оҙатып барҙы.

Гуманитар ярҙамдан тыш, хәрбиҙәр өсөн яратҡан артистары башҡарыуындағы йырҙар мөһим ине. Уларҙың сәнғәте тыуған яҡтан ҡайнар сәләм булып яңғыраны.

Сәфәр барышында ирекмәндәр госпиталдә һәм «Башҡортостан» полкы подразделениеларының береһендә булды. Ә Тарас Шевченко исемендәге мәҙәниәт һарайында Татар мәҙәниәте клубы артистары менән бергә Донецк халҡы өсөн концерт ҡуйҙы.

Башҡортостан Республикаһында Халыҡ фронты башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе һәм уларҙың Тыуған илебеҙҙең патриоттары булыуын билдәләне.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-09-09/volontyory-i-narodnye-artisty-bashkirii-priehali-v-zonu-svo-4377266

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика