06:30 (UTC+5), 29 Август 2025

Рәсәйҙә хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең яңы категорияһына хәрби хәрәкәттәр ветераны статусы бирелә

2022 йылдың октябренән 2023 йылдың сентябренә тиклем үҙ теләге менән Рәсәй Оборона Министрлығы менән килешеү төҙөгән яугирҙәр хәрби хәрәкәттәр ветераны статусын алырға мөмкин.

Фото: Эдуард Ҡусҡарбәков
Инсаф Хужабиргәнов

Ил хөкүмәте телеграм-каналында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр әҙерләнгән.

«Улар мөһим бурыстарҙы үтәне, илебеҙ өсөн көрәшкәндә батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте, шуға күрә уларҙың һәр береһе хәрби хәрәкәттәр ветераны йәки инвалиды статусын юллау һәм уларға бирелгән өҫтөнлөктәрҙән файҙаланыу мөмкинлегенә эйә була. Дәүләт Думаһы киләһе аҙнала эшкә тотона. Депутаттар, һуңынан сенаторҙар закон проектын тиҙ арала ҡабул итер, ә беҙҙе һаҡлаусылар тейешле ярҙам менән файҙалана алыр тип иҫәпләйбеҙ», — тип белдерҙе хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин.

Бынан алдараҡ Рәсәй президенты МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтте.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-28/v-rossii-status-veteranov-boevyh-deystviy-poluchit-novaya-kategoriya-voennyh-4365587

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика