Радий Хәбиров «Геройҙар ваҡыты» патриотик йыр конкурсында гран-при яулаған Лидия Трифонованы бүләкләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл конкурсҡа Рәсәйҙең 31 төбәгенән 232 ғариза килде. Бүләк фонды 1 миллион һум тәшкил итте.
Гала-концерт башланыр алдынан Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм абруйлы ҡунаҡтар Рәсәй Геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов һәйкәленә сәскәләр һалды.
Бөгөн Совет майҙанында халҡыбыҙҙың һәм илебеҙҙең иң яҡшы йырҙары яңғырай, тип билдәләне республика етәксеһе.
«Мин беҙҙә Армия мәҙәниәте көндәрен ойошторорға тигән ҡарар ҡабул иткән Оборона министрлығына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Был бик мөһим сара. Жюри рәйесе Ольга Борисовна Кормухинаға ҙур рәхмәт, ул инде дүртенсе йыл беҙҙең менән. Һоҡланғыс артист ҡына түгел, ә илебеҙҙең лайыҡлы гражданы. Барығыҙға ла тыныслыҡ, именлек һәм иртәгәһе көнгә ышаныс теләйем», – тине Башҡортостан Башлығы.
Республика етәксеһе МХО ветераны Дмитрий Ивановты генерал Шайморатов ордены менән бүләкләне һәм уға автомобиль асҡысы тапшырҙы.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.