12:19 (UTC+5), 18 Августа 2025

Яҡташ яугир алғы һыҙыҡта яраланған улын ҡотҡарған

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының республика филиалында төшөрөлгән комикста йөрәккә үтеп инерлек ваҡиға тураһында һөйләнеләр.

Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды
Инсаф Хужабиргәнов

«Шеф» позывнойлы сержант 2022 йылдың сентябрендә фронтҡа алына. Бер йылдан һуң уның атаһы – «Инйәр» хәрбиҙәр сафына баҫа.  

2024 йылдың июлендә «Шеф» Угледар янында хәрби бурысын үтәгәндә минаға эләгеп шартлай. Яуҙаштары менән дрон-камикадзелар һөжүменә дусар була. «Шеф» бер тәүлектән ашыу ашамай-эсмәй, дошман уты аҫтында ҡала. 

«Инйәр» команда пунктында рация аша һөйләшеүҙәрҙе ишетә. Мөмкинлек булғас та эвакуация төркөмө менән яралыларҙы эҙләргә сыға. «Инйәр» улын эҙләп таба һәм һәм ут ямғыры аҫтында биш саҡрым күтәреп бара.

«Гиря» позывнойлы хеҙмәттәше ошо хаҡта «Атай» тигән шиғырын яҙа. Һуңыраҡ уның һүҙҙәрен көйгә һалып, «Документаль формат» әҙәби йыйынтығына индерәләр.

«Мин МХО-ға өлөшләтә мобилизация буйынса алындым. Ата-әсәйем миңә дөрөҫ тәрбиә бирҙе. Тыуған ил саҡырһа, барырға кәрәк. Олатайымды үҙемдең урыныма ҡуйып ҡараным, ул да тап шулай эшләр ине. Бер йылдан һуң атайым менән бер подразделениела хеҙмәт итә башланыҡ. Бөгөн дә ул яуҙа», — тип һөйләне «Шеф».

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-18/boets-svo-iz-bashkirii-spas-ranenogo-syna-na-peredovoy-4352264

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика