04:09 (UTC+5), 13 Августа 2025

Республикабыҙҙан МХО ветераны Ватанды һаҡлаусыларҙың йәйге кубогына әҙерләнә

Бөтә Рәсәй ярыштары 18-22 августа Дзержинск ҡалаһында ойошторола.

Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының матбуғат хеҙмәте
Инсаф Хужабиргәнов

Мишкә районынан МХО ветераны Рәмил Сәлихов Ватанды һаҡлаусыларҙың йәйге кубогына әҙерләнә. «Ватанды һаҡлаусылар» фондының төбәк филиалы мәғлүмәте буйынса, ул пауэрлифтинг һәм бысаҡ һелтәү дисциплиналарында сығыш яһай.

«Бала саҡтан спорт менән дуҫ булдым. Ярыштарҙа беренсе тапҡыр ҡатнашам, бысаҡ һелтәүҙе һайланым. Үҙемде һынап ҡарарға теләйем, бәлки, оҡшап китер», – ти  ветеран.

Рәмил Сәлихов 2023 йылдың ноябрендә махсус операция биләмәһенә хеҙмәт итергә китә. Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Запорожье һәм Херсон өлкәләре территорияһында хәрби бурыстарҙы үтәй. Ҡаты яраланғандан һуң тыуған районына ҡайта.

«Ватанды һаҡлаусылар» фондының социаль координаторы Олеся Йосопова ветеранға тейешле социаль ярҙам сараһын һәм түләү алырға ярҙам иткән. Республика етәкселеге яғынан хәстәрлек һәм иғтибар тойола, тип һөйләй герой. Сәлихов тыуған ауылының белем усаҡтарында ойошторолған патриотик сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Хәҙер спортта уңыштарға ирешергә тигән маҡсат менән йәшәй.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-13/veteran-svo-iz-bashkirii-gotovitsya-k-letnemu-kubku-zaschitnikov-otechestva-4347298

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика