07:07 (UTC+5), 06 Август 2025

Сик буйындағы төбәктәрҙә яраланған республика яугирҙәренә реабилитация өсөн аҡса түләнә

Башҡортостан хөкүмәтенең тейешле ҡарары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Фото: Ленара Иванованың телеграм-каналы
Альмира Давлетбаева

Документта әйтелгәнсә, хәҙер Рәсәйҙең сик буйындағы төбәктәрендә яраланған Башҡортостан яугирҙәре реабилитация үтергә хоҡуҡлы.

Атап әйткәндә, Башҡортостанда даими йәшәгән һәм Донецк Халыҡ Республикаһы, Луганск Халыҡ Республикаһы, Херсон, Запорожье өлкәләре, Украина биләмәләрендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға бәйле, шулай уҡ Рәсәйҙең МХО барған райондарға яҡын урынлашҡан субъекттары территорияларында ҡораллы провокация барышында имгәнгән (контузия, йәрәхәт, яраланған йәки сирләгән) МХО яугирҙәре сертификаттар менән тәьмин ителә.

Хәбәр иткәнебеҙсә, Башҡортостанда 2024 йылдан өлкән инвалидтарға, шул иҫәптән МХО-ла ҡатнашыусыларға социаль, медицина һәм профессиональ реабилитацияға бушлай сертификаттар бирелә. Бындай сертификаттың күләме - 52,5 мең һум

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфөлә, «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында МХО-ла ҡатнашыусылар өсөн реабилитация үҙәге эшләй.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-08-05/boytsam-bashkirii-ranenym-v-prigranichnyh-regionah-oplatyat-reabilitatsiyu-4339217

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика