Бөгөн, 30 июлдә, Мишкә районының Мишкә ауылында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО-ла һәләк булған Игорь Кыльдыбаев, Вячеслав Ҡотломәтов, Виталий Кибатуллин, Алексей Исәмәтов, Илмир Мирғәлиев, Александр Доминикин, Илназ Хәсиповтың ғаиләләре менән осрашты.
Республика етәксеһе яугирҙәрҙең туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм уларға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.
«Балаларығыҙ, ирҙәрегеҙ – илебеҙҙе яҡлап, үҙ бурысын намыҫ менән үтәгән ысын геройҙар. Уларҙың батырлығын бер ҡасан да онотмаҫбыҙ, – тине Радий Хәбиров. – Хәҙер һеҙҙе иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыу мөһим. Ваҡыт килер, махсус хәрби операция беҙҙең еңеү менән тамамланыр, һәм беҙ Өфөлә хәтер мемориалын төҙөрбөҙ. Ул хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығына бағышланыр».
Башҡортостан Башлығы төбәктә МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары бойомға ашырылыуын, ә район хакимиәтендә яугирҙәрҙең туғандарына һәм яҡындарына тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер булыуҙарын билдәләне.
«Әммә иң мөһиме – йылы һүҙ. Изге, йылы һүҙ. Йылы һүҙ – йән аҙығы, тиҙәр. Һәләк булған геройҙарыбыҙҙың балаларын күмәкләп, тотош республика менән аяҡҡа баҫтырырбыҙ, тип юҡҡа ғына әйтмәнем бит. Был бик мөһим», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.