10:28 (UTC+5), 25 Июль 2025

Башҡортостан яугире ВСУ һалдаттарына засада ҡорған һәм уларҙы юҡ иткән

Ҡырмыҫҡалы районы яугиренең батырлығы тураһында уның командиры муниципалитетҡа яҙған хатында хәбәр итә.

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Ҡырмыҫҡалынан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Глеб Михайлов яуҙа ҡаһарманлыҡ, ҡыйыулыҡ һәм таҫыллыҡ күрһәткән. Командованиеның хатында ошо турала әйтелә, тип хәбәр итә Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте.

Командир яҙыуынса, быйыл майҙа гвардия рядовойы Глеб Михайловҡа һәм уның полкташына Донецк Халыҡ Республикаһы тораҡ пункттарының береһендә дошман позицияларын юҡ итеү бурысы йөкмәтелә. Урында яугирҙәр һан яғынан күберәк булған ВСУ һалдаттары һөжүменә дусар була. Михайлов үҙ-үҙен ҡулға алып, засада ҡора. Был алышта ул өс дошманды ҡыйрата. Әммә уның иптәше яралана. Михайлов уға медицина ярҙамы күрһәтә һәм эвакуация ойоштора. Үҙе унан баш тарта һәм хәрби бурысын уңышлы үтәп сыға.

27 йәшлек Глеб Михайлов былтыр сентябрҙә оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән. Тиҙҙән яҡташыбыҙ ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтырға йыйына, бында уны һөйөклө ҡатыны һәм кескәй улы көтә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-25/voin-iz-bashkirii-ustroil-zasadu-soldatam-vsu-i-unichtozhil-ih-4326567

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика