

Бөгөн, 22 июлдә, Шишмә районының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби–патриотик паркы биләмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» программаһы финалсылары менән осрашты.
«Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар проекты – ил Президенты тәҡдим иткән «Геройҙар ваҡыты» федераль программаһының аналогы.
Программаның төп маҡсаты – МХО ҡатнашыусыларға тыныс тормошҡа яраҡлашырға ярҙам итеү, республика ҡалалары һәм райондары иҡтисадын һәм социаль өлкәһен үҫтереүгә һәләтле белгестәр һәм идарасылар командаһын әҙерләү, тип билдәләне Радий Хәбиров.
«Ҡатнашыусыларҙы теркәү һаны буйынса беҙ илдә беренсе урынды алдыҡ. Был МХО ветерандарының беҙҙең проектҡа ышанысы, республика үҫешенә үҙ өлөшөн индерергә әҙерлеге хаҡында һөйләй. Проект сиктәрендә һеҙ ғәмәлдәге ҡануниәт, хәҙерге шарттарҙа дәүләт һәм муниципаль идара итеү практикаһы, милли проекттар, дәүләт, шул иҫәптән республика программалары тураһында белемегеҙҙе арттырырһығыҙ. Иҡтисад тармаҡтары, социаль өлкә, территорияларҙы үҫтереү үҙенсәлектәре хаҡында белерһегеҙ», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе программа финалсыларының һорауҙарына ла яуап бирҙе.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.