06:52 (UTC+5), 21 Июль 2025

МХО ветераны Илдар Вәлиев «Башҡортостан геройҙары» программаһының финалына сыҡты

МХО ветераны махсус әҙерлек үтеп, йәштәрҙе тәрбиәләү, ирекмәндәргә ярҙам итеү эше менән шөғөлләнергә ниәтләй.

Фото: Олег Леонтьев
Эдуард Ҡусҡарбәков

Рәсәйҙең Социаль фонды бүлексәһе хеҙмәткәре Илдар Вәлиев, махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп ҡайтҡас, «Башҡортостан геройҙары» республика кадрҙар программаһының финалсыһы булды. Бишбүләк районынан МХО ветераны хаҡында «Светлый путь» гәзите яҙып сыҡты.

Илдар Вәлиев 2022 йылдың көҙөндә өлөшләтә мобилизация барышында фронтҡа алына. 2023 йылдың декабрендә ғаилә хәле буйынса демобилизациялана һәм элекке эш урынына ҡайта.

Республикала «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар проектының башланыуы тураһында иғлан ителгәс, Илдар Вәлиев документтарын йыйып тапшыра һәм финалға сыға. Яҡташыбыҙ үҙенең ҡарарын фронтта яңы тәжрибә туплауы менән аңлата, уны граждандар тормошонда ла ҡуллана. Атап әйткәндә, ул йәштәрҙе тәрбиәләү менән шөғөлләнергә, ирекмәндәргә ярҙам итергә һәм һөнәри эшмәкәрлегендә яңы һөҙөмтәләргә өлгәшергә ниәтләй.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 70 ҡатнашыусы финалға үтте.

«Башҡортостан геройҙары» программаһы республикала быйыл февралдә старт алды. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, проект программаһының маҡсаты — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар араһынан идарасыларҙың яңы быуынын әҙерләү. Проект Рәсәй президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса тормошҡа ашырыла һәм «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-07-21/v-final-programmy-geroi-bashkortostana-vyshel-veteran-svo-ildar-valiev-4319952

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика