

Фестиваль барышында «Ер ҡото – һаулыҡ өсөн» түңәрәк өҫтәле, шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн асыҡ брифинг уҙҙы.
Фестивалгә «Ватанды һаҡлаусылар» фондының медицина һәм юридик десанттары килде. Мишкә үҙәк район дауаханаһының күсмә ФАП-ы һәм республика стоматология поликлиникаһының стоматология модуле ойошторолдо, 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы эшләне.
«Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина фестивалдә халыҡ дауалаусыларының МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм ветерандарға бушлай хеҙмәттәр күрһәтеүе хаҡында һөйләне.
«Иғтибар, ярҙам һәм хәстәрлек – беҙҙең төп бурыстарыбыҙ. Фестивалде ойоштороусылар, ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар онотолмаҫ хис-тойғолар һәм киләһе фестивалгә етерлек көс-ҡеүәт алды», – тип билдәләне Гөлнур Ҡолһарина.
Республика халҡы дүртенсе йыл инде «Ер ҡото» фестиваленә йыйыла. Йыл һайын ул халыҡтың берҙәмлеген һәм кешеләрҙең МХО геройҙарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итергә әҙер булыуын күрһәтә.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.