08:28 (UTC+5), 30 Июня 2025

Башҡортостан Башлығы МХО яугирҙәренә генерал Шайморатов миҙалдарын тапшырҙы

Фото: Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһе трансляцияһынан скриншот
Ләйсән Закирова

Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә МХО яугирҙәренә наградалар тапшырҙы. Радий Хәбиров указы менән Вячеслав Булавинцев һәм Денис Тоҡомбәтов генерал Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булды.

Денис Тоҡомбәтов – кадрлы хәрби. Ул республикаға ярҙамы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

«Өлгәшелгән уңыштарым – республикамдың, тыуған Башҡортостанымдың, ата-әсәйемдең, илебеҙҙең ҡаҙанышы. Етенсе кластан Ишембай башҡорт кадет корпусында тәрбиәләндем. Мине дөрөҫ юлға йүнәлеш биргән тәрбиәселәремә рәхмәтемде белдерәм. Һуңынан мин Рязань гвардия юғары һауа-десант команда училищеһын тамамланым, унда мине Ватанды яратырға, антҡа һәм хәрби бурысҡа тоғро булырға өйрәттеләр. Бер айҙан һуң мин МХО биләмәһенә юлландым. Хәҙер беҙ илебеҙ күге тыныс булһын өсөн һуғышабыҙ. Шулай уҡ яуҙаштарыма ҙур рәхмәт», – тип билдәләне яугир.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-06-30/glava-bashkirii-vruchil-boytsam-svo-medali-generala-shaymuratova-4295445

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика