

Өфөнән Алина Маннанова «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһында ҡатнаша. Уның героик юлы тураһында ҡала хакимиәтенең социаль селтәрҙәрендә хәбәр иттеләр.
2023 йылда Алина контракт төҙөп, Луганск Халыҡ Республикаһына хәрби табип булып хеҙмәт итергә юлланды. Ул яраланған яугирҙәрҙе фронт һыҙығынан эвакуациялау менән шөғөлләнде. Хеҙмәттәге ҡыйыулығы өсөн «Игла» позывнойлы яҡташыбыҙ Луганск Халыҡ Республикаһының «Ғүмерҙе ҡотҡарған өсөн», «Ихтыяр һәм ышаныс өсөн» миҙалдары, Рәсәй Оборона министрлығының «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыға» ведомство наградаһы менән бүләкләнгән.
«Батыр ҡыҙ бының менән генә туҡтап ҡалмай. Ҡайтҡас та маскировка селтәрҙәре бәйләү, блиндаж шәмдәре әҙерләү, гуманитар ярҙам йыйыу эшенә тотона. Алина – БДМУ-ның тактик медицина үҙәгенә етәксеһе лә, йәш табиптарға үҙенең туплаған үҙенең тәжрибәһен еткерә», – тип һөйләнеләр мэрияла.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡортостан геройҙары» программаһы 2025 йылдың 24 февралендә Рәсәй президенты Владимир Путин тәҡдиме менән башланған «Геройҙар ваҡыты» федераль проектының дауамы булып тора. Ошо проектта ҡатнашыу өсөн ике меңдән ашыу кеше ғариза биргән.


© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.