

24 июндә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 24-се ултырышында ҡатнашты. Республика парламенты яҙғы сессияһын тамамланы.
Сара башланыр алдынан республика етәксеһе Дәүләт Йыйылышы фойеһында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың портреттары төшөрөлгән «Үҙебеҙҙекеләр һәм Геройҙар» тигән күргәҙмә менән танышты. Экспозицияла 24 хәрби хеҙмәткәр, шул иҫәптән 15 Рәсәй Геройы һәм өс Батырлыҡ ордены кавалерының картинаһы бар. Һигеҙ портретта Башҡортостан яугирҙәре һүрәтләнгән. Рәссамдар – Вера Фролова һәм Марат Мөхәмәтйәнов.
Башҡортостан Башлығы парламентарийҙарға махсус хәрби операцияға ярҙамы өсөн рәхмәт әйтте һәм уларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.
– Республика һәм муниципаль кимәлдәге депутаттар, барлыҡ сәйәси фракция ағзалары МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү буйынса мөһим миссия башҡара. Был күп яҡлы эш. Еңел булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙ гуманитар ярҙам туплауҙа ҡатнашаһығыҙ, күп кенә коллегаларығыҙ Ватанды һаҡлау өсөн алғы һыҙыҡҡа юллана, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Төбәктә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың туғандарына һәм яҡындарына 54 ярҙам сараһы бойомға ашырыла. Ярҙам күрһәтеүҙе артабан да дауам итәбеҙ.
Республика етәксеһе Милли музей менән бергә әҙерләнгән «Символдың тыуыуы» күргәҙмәһен дә ҡараны. Экспозиция скульптор Сосланбәк Тавасиевтың милли геройыбыҙ Салауат Юлаев һәйкәле тарихына арналған.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.