12:25 (UTC+5), 24 Июнь 2025

Ғаиләһе тураһында уйҙар яҡташ офицерға МХО-ла рух ныҡлығын һаҡларға ярҙам иткән

«Бөрө» позывнойлы МХО яугире фронтта йәшәгән һәр көн яңы саҡырыу һәм һынау тип иҫәпләй. Әммә тыуған йорто, хәләл ефете һәм улы тураһында уйҙары яугирҙе һаҡлап йөрөтә.

Фото: Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиевтың телеграм-каналы
Эдуард Ҡусҡарбәков

Башҡортостандан хәрби хеҙмәткәр хаҡында Яңауыл районы хакимиәте башлығы Салауат Ғилмиев үҙенең телеграм-каналында яҙып сыҡты.

«Бөрө» позывнойлы капитан махсус операцияның тәүге көндәренән үк Донбаста хеҙмәт итә. Ғилмиев һүҙҙәренсә, офицер ауырлыҡтарҙы һәм хәүеф-хәтәрҙе намыҫ менән еңеп, хеҙмәте өсөн Батырлыҡ ордены, «Батырлыҡ өсөн» миҙалы һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән.

Яҡташыбыҙҙы өйөндә хәләл ефете һәм өс йәшлек улы көтә. Ҡатыны уны һәр ваҡыт хуплап, ярҙам итеп, дәртләндереп тора.

Улы хаҡында уйлағанда, капитандың иҫән-һау әйләнеп ҡайтырға тигән теләге тағы ла көсәйә. Кем өсөн көрәшергә һәм ныҡ торорға кәрәклеген ул яҡшы аңлай.

«Уның бурысы — Ватанды һәм үҙенең яҡындарын һаҡлау, ошо уй уға көс-ҡеүәт бирә», — тип яҙҙы Салауат Ғилмиев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Оборона министрлығы менән килешеү төҙөгән яҡташтарыбыҙға бер юлы 2 миллион һумдан күберәк аҡса түләнә, айына 210 мең һумдан ашыуыраҡ хеҙмәт хаҡы, шулай уҡ ғаилә өсөн 40-тан ашыу льгота ҡаралған. Тулыраҡ мәғлүмәт башбат.рф сайтында.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-06-24/mysli-o-semie-pomogli-ofitseru-iz-bashkirii-vystoyat-na-svo-4288677

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика