

24 июндә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында бушлай «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» спектакле күрһәтелә. Сара махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм Салауат ҡалаһы ирекмәндәре өсөн ойошторола, тип хәбәр иттеләр «Башинформ»ға театрҙың матбуғат хеҙмәтенән.
Гөлнара Янышеваның «Фәрештәләр беҙҙең эргәлә» пьесаһы — махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың яҡындарына ярҙам итеү йылына арналған әҫәр.
«Премьера быйыл булды, тамашасылар уны йылы ҡабул итте. Сөнки һәр кемдең Тыуған илебеҙҙе яҡлаған туғандары һәм дуҫтары бар. Барыбыҙ ҙа улар өсөн борсолабыҙ һәм имен-һау ҡайтыуҙарын көтәбеҙ», — тине режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рафаэль Ғәйнуллин.
Театр хәбәр итеүенсә, ижади миҙгел дауамында хәрбиҙәрҙең туғандары стационар театрҙа ла, гастролдәрҙә лә бушлай спектаклдәр ҡарай алды. Был тәжрибә дауам итәсәк.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.