06:37 (UTC+5), 29 Мая 2025

Башҡортостандан аталы-уллы яугирҙәр Ватан һағына баҫты

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте
Инсаф Хужабиргәнов

Ҡырмыҫҡалы районынан атай менән ул Тыуған илде һаҡларға юлланды. Был хаҡта муниципалитет хакимиәтенән хәбәр иттеләр.

Тыуған илен яҡларға беренсе булып ғаилә башлығы Шамил Биктимеров юллана. Бөгөн ул илдең яңы төбәгендә махсус операция бурыстарын намыҫлы үтәй. Шамил Биктимеров оҙаҡ йылдар Прибельскийҙағы шәкәр заводында, һуңынан Рәсәйҙең төрлө төбәктәренә вахтаға йөрөп эшләй.

Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡан кинйә улы Данил да 2023 йылдың июлендә ошондай ҡыйыу аҙымға бара. Ул илдең оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм хәҙер Әрмәнстан биләмәһендә хеҙмәт итә. Өлкән улы Фәтих Калининград өлкәһендә хеҙмәт иткән саҡта үҙенең ғаиләһен Мәскәүҙә Еңеү парадында күрһәтә. Әле ул илебеҙҙең төньяғында вахта ысулы менән эшләй.

Бер алышта 49 йәшлек Шамил Биктимеров яралана. Бөгөн яугир йәнә Ватан һағында.

«Геройыбыҙ Шамил Биктимеровтың төп һыҙаты – тыйнаҡлыҡ. Ул наградалар, һуғыш яланында күрһәткән батырлыҡтары тураһында һөйләргә яратмай. Әммә улдары Фәтих һәм Данил тураһында ғорурланып һөйләй. Уға һәм улдарына ныҡлы һаулыҡ, түҙемлек, Еңеү менән ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!» –  тип һөйләнеләр Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтендә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-28/otets-i-syn-iz-bashkirii-vstali-na-zaschitu-rodinu-4254216

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика