Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы республиканың хәрби журналистарына дәүләт ярҙамы тураһында закон проекты өҫтөндә эшләй. Законда киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәренең ошо категорияһының, хәрби журналистика ветерандарының статусы, уларға һәм уларҙың ғаиләләренә социаль гарантиялар билдәләнә. Был хаҡта Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Республика парламенты рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, һәләк булған хәрби хәбәрселәрҙең туғандарына һәм хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә зыян күргән журналистарға түләүҙәр индереү планлаштырыла. Хәрби журналистика ветерандарына шифахана дауаланыу мөмкинлеге бирелә. Ярҙам сараларының аныҡ исемлеген республика хөкүмәте билдәләй.
Закон нормалары сит ил агенттарына, экстремизмға ҡағылышы булған кешеләргә, коммерция баҫмалары хеҙмәткәрҙәренә һ. б. ҡағылмай.
Хәбәр иткәнебеҙсә, «Башинформ»дың МХО биләмәһенән репортаждары Бөтә Рәсәй патриотик фестивалендә иң яҡшыһы тип танылды.
© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән.
Об использовании персональных данных
Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.
18+
Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.