09:02 (UTC+5), 21 Мая 2025

Башҡортостан табибы «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалын алды

Станислав Шахов

Башҡортостандан хәрби хирург Рөстәм Минһажев II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалына лайыҡ булды. Указға Владимир Путин ҡул ҡуйған. Был МХО биләмәһендә яраланған һәм сирләгән яугирҙәрҙе дауалаған өсөн юғары награда булып тора.

Беренсе, тыныс тормоштағы награда уға фронтта тапшырыла. Өфөлә ковид-госпиталь ойошторған өсөн яҡташыбыҙ Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнә. Икенсе тапҡыр иһә хәрби табипты «Һәләк була яҙғандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалына тәҡдим итеү тураһында яңылыҡ Рәсәйҙең барлыҡ киң мәғлүмәт сараларында баҫылып сыға. Полктың медпункт начальнигы 500-ҙән ашыу яугирҙе һәм тыныс халыҡты ҡотҡара.

2022 йылдың апрелендә, әле Өфөнөң 13-сө дауаханаһында хирург булып эшләгән сағында, Рөстәм Минһажев үҙ теләге менән Донецк Халыҡ Республикаһында эшләп ҡайта һәм унда күрһәткән һөнәри оҫталығы, ҡыйыулығы өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының Маҡтау грамотаһына лайыҡ була. Шул уҡ йылдың көҙөндә ул өлөшләтә мобилизация буйынса махсус операцияға юллана.

Тыныс тормошта яҡташыбыҙ яратҡан эше менән шөғөлләнергә — дауаханала лапароскопия хирургияһын үҫтерергә хыяллана.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2025-05-21/vrach-iz-bashkirii-poluchil-medal-ordena-za-zaslugi-pered-otechestvom-4244075

Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика